Өфө - Инйәр - Белорет юлының Белорет районындағы 6 километрлыҡ участкала “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) юлдар ремонтланасаҡ, тип хәбәр итә төбәктең Трнаспорт министрлығы.
Был эштәр Рәүәт һәм Оло йылға ауылдары эргәһендә ике участкала алып барыласаҡ, унда асфальт алмаштырыла, тамғалар һалына. Быйыл йыл аҙағынаса эштәрҙе тамамлау ниәтләнә.
- Өфө - Инйәр – Белорет юлы - Башҡортостандың танылған туризм йүнәлеше. Ул Белорет, Архангел, Ҡырмыҫҡалы райондарында урынлашҡан билдәле тәбиғәт ҡомартҡыларына алып бара. Был трасса буйынса Башҡортостан халҡы, ҡунаҡтары Көньяҡ Урал тәбиғәт ҡурсаулығына, Атыш шарлауығына, “Абҙаҡ” тау-саңғы курортына һәм башҡа күркәм урындарға юллана. Бындағы трафик һәр ваҡыт тығыҙ. Тәүлегенә 12 меңгә тиклем автомобиль үтә, - ти республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
“Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты - торлаҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Бында торлаҡ һәм юлдар төҙөү, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү һәм башҡалар инә.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.