Милли проект
17 Апреля , 03:31

Кинйәбулат ауыл мәҙәниәт йорто ремонтлана

Проект буйынса клубтың тирә-яғын да төҙөкләндереү ҡаралған.

Ауыл тормошонда мөһим урын биләп торған объект “Ғаилә” милли проекты (нацинальный проект “ Семья”) ярҙамында яңыртыла. Был хаҡта Ишембай районы хакимиәте хәбәр итә.

Әле сәхнәгә таҡта иҙән түшәлә, тамаша залында яңы яҡтыртыу лампалары ҡуйыла, янғын һүндереү системаһы монтажлана. Проект буйынса клубтың тирә-яғын да төҙөкләндереү ҡаралған.

– Мәҙәниәт йортона капиталь ремонт яһауҙы Кинйәбулат ауылы халҡы күптән түҙемһеҙләнеп көтә ине. Эш тамамланғас, учреждение заманса күп функциялы үҙәккә әүерелер, – ти Ишембай районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Әлфиә Тимербулатова.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла. Быға ҡәҙәр айырым "Мәҙәниәт" милли проекты аша атҡарылған ғәмәлдәр хәҙер киң тармаҡлы "Ғаилә" милли проекты эсендә башҡарыла. 

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас