Миәкә үҙәк китапханаһын капиталь ремонт эштәренән һуң астылар. Был “Ғаилә” милли проекты (национальный проект “Семья”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға бәйле мөмкин булды, тип хәбәр иттеләр Миәкә районы хакимиәтенән.
Бинаның ҡыйығын алмаштырғандар, фасадын һәм күтәрмәһен яңыртҡандар. Бинаның эсендә биҙәкләү эштәрен атҡарғандар, ишектәрҙе һәм өлөшләтә тәҙрәләрҙе яңыртҡандар. Бынан тыш, йылытыу, электр уты, янғын хәүефһеҙлеге, һыу менән тәьмин итеү һәм яҡтыртыу системаларын алмаштырғандар. Аҙ хәрәкәт иткән граждандар өсөн айырыуса иғтибар бүлгәндәр.
“Ғаилә” милли проекты балалары булған ата-әсәләр өсөн ярҙам сараларын берләштерә: әсәлек капиталы түләнә, икенсе, өсөнсө һәм артабанғы балалар тыуһын өсөн өҫтәмә дәртләндереү саралары ҡаралған. Тотош ил буйынса әүҙем оҙон ғүмерлелек тәжрибәләре тормошҡа ашырыла. 14-тән 22 йәшкә тиклемге йәштәрҙең музей, театр кино залына һәм башҡа мәҙәниәт ойошмаларына бушлай бара алһыны өсөн “Пушкин картаһы” булдырылды. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарарҙары менән яңыртылған милли проекттар 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.