Беренсе аҙнала “Сәләмәтлек поездары” 12 кешенең яман шеш менән сирләү ихтималлығын асыҡланы. Сара Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса үткәрелә һәм, “Оҙайлы һәм әүҙем томош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, ойошторола. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.
Белгестәр, “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһын үткәрә башлағандан алып 8117 ҡабул итеү, 1603 тикшереү, шул иҫәптән 610 флюорография, 436 маммография һәм 557 УЗИ (ультратауышлы тикшереү) үткәрҙе.
103 кешенең ҡанында – глюкоза, 195 кешелә холестерин юғары икәнлеге асыҡланды, 232 кешенең тән ауғырлығының артыҡ икәнлеге билдәләнде. Табиптар 306 пациентта беренсе тапҡыр сир барлығын асыҡланы. Уларҙың 143-өндә социаль ауырыуҙың бар икәнлеге билдәләнде. Медицина тикшереүҙәре 12 пациентта – яман шеш, 112 кешелә артериаль ҡан баҫымының күтәренке булыуын, 19-ының шәкәр диабеты барлығын асыҡланы. Аҡ халатлыларға мөрәжәғәт иткән пациенттарға ла диагноздарҙы аныҡлау өсөн тағы тикшереүгә йүнәлтмә бирҙеләр.