Ауыл уттары
+24 °С
Дождь
Милли проект
20 Апреля , 03:20

Иванай баҡсаһы ниндәй буласаҡ?

Дүртөйлө халҡы өсөн шатлыҡлы ваҡиға көтөлә. 

Дүртөйлө ҡалаһында Иванай баҡсаһы заманса төҙөкләндереләсәк. Был эш “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) ярашлы бойомға ашырыласаҡ, тип хәбәр иттеләр республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан.

Баҡса биләмәһе Ғабдулла Туҡай, Спорт, Ленин, Гәрәев урамдары сикләшкән ерҙә. Унда һыу сығанағы янында уңайлы ял итеү мөмкинлеге булдырыласаҡ. Кафе ла төҙөү ҡаралған. Эшҡыуарҙар спорт инвентарҙарын прокатҡа биреүҙе ойоштора ала.

Бынан тыш, ошондағы шишмәнең эргә-тирәһен матурлау, йүкә, саған, мышар, барбарис, балан, сирен ултыртыу, сәскәләр сәсеү, гипоаллергенлы тирәктәрҙән аллея булдырыу, балалар өсөн уйын маршруты төҙөү планлаштырылған.

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының төп маҡсаты – ауыл һәм ҡалаларҙы комплекслы үҫтереү: торлаҡ, юл һалыу, ремонтлау, йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү, уңайлы транспорт маршруттарын арттырыу, халыҡ өсөн ял биләмәләре булдырыу, йәшелләндереү һ.б.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәҡдименә ярашлы, яңыртылған милли проекттар 2025 йыл башынан алып тормошҡа ашырыла.  

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас