Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
21 Апрель , 03:57

Олокүл ауылы паркын төҙөкләндерә башланылар

Хоккей ҡумтаһы, спорт майҙансығы, һырғалаҡҡа килеүселәр өсөн кейенеү бүлмәһе төҙөргә һәм видеокүҙәтеү ҡуйырға планлаштырыла

Ҡырмыҫҡалы районының Олокүл ауылында «Ҡарлыман» паркын төҙөкләндереү башланған. Эштәр “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) ярҙамында бара, тип хәбәр итә район хакимиәте.

Быйыл паркта хоккей ҡумтаһы ҡуйыла. Белгестәр ҡорамалдар һатып алған да инде. Һауа торошо яҡшырғас та асфальт-бетон япмаһын һала башларға ниәтләйҙәр. Артабан спорт майҙансығы, һырғалаҡҡа килеүселәр өсөн кейенеү бүлмәһе төҙөргә һәм видеокүҙәтеү ҡуйырға планлаштырыла.

“Тормош өсөн инфраструктура» милли проектының маҡсаты – ауылдарҙы комплекслы үҫтереү.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас