Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
22 Апрель , 03:29

Табиптар үҫмерҙең ғүмерен ҡотҡарған

Ауыр йәрәхәт алған балаға ваҡытында ярҙам күрһәтелгән.  

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) Нефтекама ҡалаһы дауаханаһында ауыр йәрәхәт алған малайға юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтелгән. Был турала республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә.

Ҡабул итеү пунктына эсе йәрәхәтләнгән үҫмер бала килтерелә. Диагностикалау барышында етди проблема барлығы күренә, һул яҡ бөйөрөнөң өҙөлөүе, гематома барлығы асыҡлана.

Пациент ашығыс рәүештә реанимация бүлегенә һалына. Артабан дауалау тактикаһын билдәләү өсөн Республика балалар клиникаһы дауаханаһы белгестәре менән телемедицина консультация ойошторола. Санавиация ярҙамында Нефтекамаға табиптар - балалар урологы, реаниматолог бригадаһы сыға.

Операция уңышлы үтә. Гематома юҡ ителә, өҙөлгән бөйөр тегелә. Табиптарҙың һөнәри оҫталығы, команданың берҙәмлеге арҡаһында ағзаны һаҡлап алып ҡалыу мөмкин була. Бөгөн үҫмер даими күҙәтеү аҫтында, хәле тотороҡло тип баһалана.

Был - “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының сағыу миҫалы. Заманса технологиялар, телемедицина, медицина учреждениеларының үҙ-ара оператив бәйләнеше һөҙөмтәһендә баланы ҡотҡаралар.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас