Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
22 Апрель , 03:31

"Уңыш формулаһы"н асыҡланылар

Яңы Тәтешле ауылының күп профилле мәктәбе Х “Уңыш формулаһы” республика полилингваль фестивален уҙғарыу майҙансығына әүерелгән.    

Тәтешле районы Яңы Тәтешле ауылының күп профилле мәктәбе Х “Уңыш формулаһы” республика полилингваль фестивален уҙғарыу майҙансығына әүерелгән. Сара «Йәштәр һәм балалар» милли проекты (национальный проект “Молодёжь и дети”) бурыстарына ярашлы үтте, тип хәбәр итә район хакимиәте.

Юбилей фестиваленә тотош республиканан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән дә ҡатнашыусылар килгән. Улар иҫәбендә Башҡортостандың 11 полилингваль мәктәбе директорҙары, урынбаҫарҙары, уҡытыусылары, Мәғариф һәм фән министрлығы белгестәре бар.

Ике көндә фестивалдә ҡатнашыусылар рус теле, тирә-яҡ донъя һәм математика буйынса асыҡ дәрестәрҙә булған. Дәрестәрҙе Яңы Тәтешле полилингваль мәктәбе уҡытыусылары үткәргән. Фестиваль ҡунаҡтары ла буш ҡалмаған: дәрестән тыш эшмәкәрлектә удмурт һәм инглиз телдәрен уҡытыу ысулдары, шулай уҡ ҡайын туҙынан әйберҙәр яһау, ҡурсаҡ-бетеү эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәргән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас