Милли проект
24 Апреля , 07:09

Ирекмәндәр 100 тоҡ сүп-сар йыйҙы

Өмә Стәрлетамаҡ ҡалаһында Ашҡаҙар буйында үтте. 

Стәрлетамаҡ кешеләре Ашҡаҙар йылғаһы буйында “Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) ярҙамында үткәрелгән экологик өмәлә ҡатнашты. Улар 100 тоҡ сүп-сар йыйған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан.

Сараға Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумы һәм Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм профессиональ технологиялар колледжы уҡыусылары, “Башҡортостан сода компанияһы” хеҙмәткәрҙәре, төбәктең тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының урындағы территориаль идаралығы вәкилдәре һәм ҡала хакимиәте белгестәре ҡушылды. Дөйөм көс менән улар яр буйының 500 метрын таҙарта. Өмә “Рәсәй һыуы” һәм “Таҙа һауаны Һайлайым” бөтә Рәсәй акциялары сиктәрендә үткән.

“Экологик именлек” милли проекты тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә һәм уны кешеләр өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса бара: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе бөтөрөү һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ташландыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас