Милли проект
24 Апреля , 07:08

Күҙ сәләмәтлеге өсөн кәрәк

Прибор табипҡа күҙҙең эске структураларын күрергә һәм етешһеҙлектәрҙе асыҡларға булышлыҡ итә

Асҡар үҙәк район дауаханаһына, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, заманса офтальмоскоп килтерелде.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, окулистар был диагностикалау приборын күҙ төбөн, күреү нервыһын, сосудтарҙы ҡарау өсөн файҙалана. Ул табипҡа күҙҙең эске структураларын күрергә һәм етешһеҙлектәрҙе асыҡларға булышлыҡ итә.

- Яңы офтальмоскоптың килеүе – дауаханабыҙ өсөн мөһим аҙым ул. Яңы ҡорамал күҙ ауырыуҙарын диагностикалау сифатын күтәрергә, шул иҫәптән тайпылыштарҙы иртә стадияларҙа асыҡларға булышлыҡ итә. Офтальмоскоп алдынғы функциялар менән йыһазланған. Был сирҙе ваҡытында иҫкәртеү һәм ваҡытында дауалау өсөн кәрәк, - тип белдерҙе Асҡар үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илгиз Килдейәров.

 “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) төп маҡсаты – граждандарҙың ғүмер оҙайлылығының яңы күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға ғүмер оҙайлылығын -  78,  2036 йылға  81 йәшкә тиклем арттырыу планлаштырылған. Милли проект булышлығында медицина ойошмалары яңыртыла, реабилитациялау системаһы камиллаштырыла, милли тикшереү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу буйынса эш бара.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Сығанаҡ: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас