Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
27 Апрель , 06:42

Өфөлә балалар баҡсалары яңыра

Өфөләге 218-се балалар баҡсаһында комплекслы капиталь ремонт бара. «Ғаилә» милли проектының «Ғаиләгә ярҙам» төбәк проектына ярашлы, учреждение заманса төҫ ала. Был үҙ сиратында 332 тәрбиәләнеүсе һәм 38 хеҙмәткәр өсөн яңы һәм уңайлы мөмкинлектәр булдырасаҡ.     

«Ғаилә» милли проектына (национальный проект «Семья») ярашлы Башҡортостанда балалар баҡсаһында комплекслы ремонт үткәрелә.

Өфөләге 218-се балалар баҡсаһында комплекслы капиталь ремонт бара. «Ғаилә» милли проектының «Ғаиләгә ярҙам» төбәк проекты сиктәрендә учреждение заманса төҫ ала. Был үҙ сиратында 332 тәрбиәләнеүсе һәм 38 хеҙмәткәр өсөн яңы һәм уңайлы мөмкинлектәр булдырасаҡ. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығында хәбәр иттеләр.

Ремонт барышында нигеҙҙе, ҡыйыҡты, түбә һәм иҙәндәрҙе ремонтлау күҙаллана. Шулай уҡ тәҙрәләрҙе, ишектәрҙе, баҫҡыстарҙы һәм күтәрмәләрҙе яңыртыу, эске стеналарҙы штукатурлау, йөҙләү һәм буяу эштәре, фасадты, йылытыу, елләтеү, һыу менән тәьмин итеү, канализация, электр системаларын яңыртыу эштәре күҙаллана.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, дүрт йыл эсендә Башҡортостан Республикаһында капиталь ремонт буйынса федераль программа ярҙамында һәм республиканың Мәғариф министрлығы булышлығында 181 мәктәп бинаһын яңырттылар, хәҙер унда 72 меңдән ашыу бала белем ала. 2026 йылда тағы 41 мәктәп бинаһында, 6 колледжда һәм 6 балалар баҡсаһында ремонт бара.

Яңыртылған милли проекттар ил Президенты В.В. Путиндың Указына ярашлы, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас