Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
5 Май , 03:21

Халыҡҡа ла, туристарға ла мөһим

Ишембай — Воскресенск — Мәләүез юлының тағы ике участкаһы яңыртыла. 

Ишембай районында Ишембай — Воскресенск — Мәләүез трассаһының ике участкаһы “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) буйынса йыл аҙағына тиклем норматив хәлгә килтереләсәк. Объекттарҙың оҙонлоғо 1,5 километр тәшкил итәсәк, тип хәбәр иттеләр Транспорт министрлығынан.

Ремонт эштәре Торғас утары һәм Лесное ауылы янында үтәсәк. Унда юлсылар асфальт-бетон япмаһын яңырта, юл ситтәрен нығыта һәм тамғалар һыҙасаҡ. Быйыл иһә Мәләүез һәм Ишембай райондарында Ишембай — Воскресенск — Мәләүез трассаларының 6,5 километры тәртипкә килтереләсәк.

– Ишембай — Воскресенск — Мәләүез юлы Ишембай һәм Мәләүез райондарының ҙур һәм ҙур булмаған тораҡ пункттарында йәшәүселәр өсөн транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Уларҙа 160 меңдән ашыу кеше йәшәй. Бынан тыш, был юлдан туристар XVIII быуат архитектура ҡомартҡыһы булған Верхотор баҡыр иретеү заводы комплексына барып етә, — тип һөйләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты — тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас