Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
6 Май , 03:28

“Аҡҡош ҡултығы” экоһуҡмағында өмә үтте

Сараға 50-нән ашыу ирекмән, шул иҫәптән ғалимдар, экологтар һәм депутаттар ҡушылды. Ҡатнашыусылар һуҡмаҡ инфраструктураһын тәртипкә килтерҙе, сүп-сарҙы йыйҙы һәм сорттарға айырып, яңы туристик миҙгелгә маршрут әҙерләне.    

“Ҡандракүл” тәбиғәт паркындағы “Аҡҡош ҡултығы” экоһуҡмағында өмә “Экология именлеге” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) бурыстарына ярашлы уҙғарылды. Был хаҡта төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр иттеләр.

Сараға 50-нән ашыу ирекмән, шул иҫәптән ғалимдар, экологтар һәм депутаттар ҡушылды. Ҡатнашыусылар һуҡмаҡ инфраструктураһын тәртипкә килтерҙе, сүп-сарҙы йыйҙы һәм сорттарға айырып, яңы туристик миҙгелгә маршрут әҙерләне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Аҡҡош ҡултығы” экоһуҡмағы популярлығы тотороҡло үҫә. 2025 йылда ғына уны 880 кеше ҡараған. Бер километр оҙонлоғондағы маршрутта интерактив майҙансыҡтар, юлдар һәм күҙәтеү зоналары булдырылған. Трасса буйлап Ҡыҙыл китапҡа индерелгән үҫемлектәрҙе күрергә мөмкин.

“Экология именлеге” милли проекты тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә һәм уны кешеләр өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса бара: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе бөтөрөү һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ташландыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас