Ауыл уттары
+24 °С
Облачно
Милли проект
6 Мая , 09:08

Клуб 300-ҙән ашыу йәш тикшеренеүсене һәм белгесте берләштерә

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Йәш ғалимдар клубына 10 яңы ҡатнашыусы ҡушылды.

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Йәш ғалимдар клубына тағы ла 10 яңы ҡатнашыусы ҡушылды. Был юлы Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары ағза булды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Клуб эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу Фән һәм технологиялар инициативаһы ун йыллығы (инициативы Десятилетия науки и технологий “Наука рядом”) сиктәрендә бара. Был хаҡта республиканың Фәнни-белем биреү үҙәгенең идарасы компанияһынан хәбәр иттеләр.

– Фән һәм технологиялар – Башҡортостандың үҫеш нигеҙе. Беҙҙең лидерлыҡҡа юл Фәнни-технологик үҫештең яңыртылған стратегияһы менән аныҡ билдәләнгән. Бөгөн Башҡортостан өсөн үҫеш өсөн ҡеүәтле мөмкинлектәр асылаБеҙ йәш ғалимдар өсөн уңайлы шарттар булдырыу һәм эштәрҙе тиҙ арала башҡарыу өсөн фән менән бизнестың үҙ-ара һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеген яйға һалыу кеүек ике төп бурысҡа иғтибар бүләбеҙ, – тип белдерҙе Башҡортостандың Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.

Ҡатнашыусыларға төбәктең ғалимдары һәм ғилми-производство предприятиелары етәкселәре менән шәхси аралашыу мөмкинлеге бирелә. Улар механизмдарҙы, технологияларҙы камиллаштырыу идеялары менән уртаҡлаша, мәсьәләләрҙе хәл итеүгә яңы алымдар тәҡдим итә ала. Коммуникация осрашыуҙары – танышыуҙар ярҙамында үҙ проекттарын алға ебәреү һәм финанслау мөмкинлеге бар. Бында репортаждар һәм эфирҙар аша үҙеңде танытыу мөмкинлеге тыуҙырыла.

– Йәш ғалимдар клубы – ул төбәктә ғилми йәштәргә ярҙам итеү системаһының төп звеноһыКлуб 300-ҙән ашыу йәш тикшеренеүсене һәм белгесте берләштерә, һәм уның сафы үҫеүен дауам итә. Бындай йәнле, динамик берләшмәнең эше фәнни-технологик нигеҙ булдыра, ул төбәгебеҙҙең генә түгел, киләсәктә бөтә илдең үҫешен билдәләйәсәк тип ышанабыҙ, – тип белдерҙе ойошмаһы директоры Андрей Кулаков.

Йәш ғалимдар клубында ҡатнашыусылар профессиональ аң даирәһен әүҙем киңәйтә: төбәктең алдынғы предприятиеларына һәм ғилми ойошмаларына инә.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас