Башҡортостанда Рәсәй Тәбиғәт министрлығы, Рәсәй экологик операторы һәм “Росагролизинг” компанияһы ярҙамында льготалы лизинг федераль программаһы ярҙамында махсус техника паркын яңыртыу дауам итә. Ҡалдыҡтар менән идара итеү системаһын яңыртыу “Экология именлеге” милли проектының (национальный проект “Экологическое благополучие”) бер өлөшө булып тора, тип хәбәр иттеләр республиканың экология министрлығында.
“Экология Т” ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторы элек төҙөлгән лизинг килешеүҙәре буйынса ике сүп-сар ташыусы машинаһы ала. Улар Саҡмағош һәм Бүздәк райондарын хеҙмәтләндерәсәк.
Шулай уҡ республика 2026-2027 йылдарҙа 39 берәмек махсус техника һатып алырға ниәтләй. Был халыҡты хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирә.
– Быйыл беҙ 18 яңы сүп-сар ташыусы машина һатып алырға ниәтләйбеҙ. Был машиналарҙың маршруттарға сығыу ғына түгел, ә берҙәм һанлы контроль системаһының бер өлөшө булыуы мөһим. Билдәләнгән талаптарға ярашлы, һәр яңы сүп-сар ташыусы машина ГЛОНАСС системаһы аша мәғлүмәт тапшырыу өсөн ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ, һәм был мәғлүмәттәр Ҡалдыҡтарҙы иҫәпкә алыуҙың федераль дәүләт мәғлүмәт системаһында һәм “ТКО-Башҡортостан” дәүләт мәғлүмәт системаһында күрһәтеләсәк. Был техниканың хәрәкәтен реаль ваҡыт режимында күҙәтергә һәм ҡалдыҡтарҙы законһыҙ ташлау мөмкинлеген тулыһынса бөтөрөргә мөмкинлек бирәсәк, – тип билдәләне Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.
Башҡортостан федераль штаб ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге төбәктәр эшмәкәрлеген баһалау өсөн ҡулланған күрһәткестәр буйынса Рәсәй субъекттары рейтингының “йәшел зонаһында” тотороҡло позицияларын һаҡлай.