Ауыл уттары
+15 °С
Болотло
Милли проект
9 Май , 09:54

Быйыл туристик йүнәлештәге 100 саҡырым юл ремонтлана

Был уҙған йылдағынан 25 саҡырымға күберәк.

Республикала Өфө – Инйәр – Белорет, Кропачево – Мәсәғүт – Әсет, М-5 “Урал” – Ҡырғыҙ-Миәкә, Талбазы – Красноусол, Ишембай – Воскресенское – Мәләүез йүнәлештәрендә һәм башҡаларҙа эш алып барыу планлаштырыла. Туристик йүнәлештәге 100 саҡырым юлды ремонтлау “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) ярашлы атҡарыла. Был уҙған йылдағынан 25 саҡырымға күберәк, тип хәбәр итә БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы. Подряд ойошмалары асфальт-бетон япмаһын яңыртып, юл ситтәрен нығытып, юлға билдә һалырға тейеш.

– Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрө, Ғафури, Ишембай, Мәсетле һәм башҡа райондарҙа эш барасаҡ. Бында туристар килгән объекттар, ял итеү урындары бар, шуға ла юлға ярайһы ныҡ көс төшә, – ти БР транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты ярҙамында 200 саҡырым юлды, дөйөм оҙонлоғо 1900 метр тәшкил иткән 15 күперҙе рәткә һалыу планлаштырыла.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас