Ауыл уттары
+30 °С
Облачно
Милли проект
11 Мая , 13:22

Һыу менән тәьмин итеү селтәре яңыртылған

Үрге Йәркәй ауылының Яримов һәм Пушкин урамдарында 670 метр торба һалынып, 18 ҡоҙоҡ ремонтланған.

Республикала “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Коммуналь инфраструктураны модернизациялау” федераль программаһына ярашлы, эсәр һыу менән тәьмин итеү объекттары төҙөү һәм йылылыҡ, һыу селтәрҙәрен капиталь йүнәтеү буйынса әүҙем эш бара. Был турала БР Торлаҡ-коммуналь хужалығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Ауылдарҙы комплекслы үҫтереүгә айырым иғтибар бирелә. Мәҫәлән, Илеш районы Үрге Йәркәй ауылының Яримов һәм Пушкин урамдарында һыу менән тәьмин итеү селтәрен яңыртыу эше тамамланған. Әлеге көнгә эш күләме тулыһынса атҡарылған: 670 метр торба һалынып, 18 ҡоҙоҡ ремонтланған. Объекттағы эш план буйынса октябрҙә тамамланырға тейеш булһа ла, Үрге Йәркәй халҡына әленән үк оҙаҡ йылдарға етерлек сифатлы коммуналь хеҙмәте күрһәтелгән.

Быйыл Башҡортостанда бер нисә тиҫтә километр селтәрҙе алмаштырыу планлаштырыла. Бының өсөн бер миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән, уның 700 миллионын федераль ҡаҙна ебәргән. Быйылға эш планында 46 коммуналь инфраструктура объектында капиталь ремонт үткәреү ҡаралған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас