Кушнаренко районы биләмәһендәге Иҫке Туҡмаҡлы — Мәмәк трассаһы участкаһы “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) ярҙамында яңыртыла. Был хаҡта төбәктең Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр.
Эштәр 3,2 километр оҙонлоҡтағы участкала алып барыла. Белгестәр асфальт-бетон япманы алмаштырған да инде, ә хәҙер юл ситтәрен төҙөкләндереүгә тотонған. Бынан һуң юл тамғалары һыҙасаҡтар.
"Иҫке Туҡмаҡлы — Мәмәк юлы Кушнаренко районының ҙур булмаған ауылдарында йәшәүселәр өсөн мөһим роль уйнай. Уларҙа 2,5 меңгә яҡын кеше йәшәй. Был юл уларға Р-240 федераль трассаһына, М-12 „Көнсығыш“ҡа инеү юлын тәьмин итә”, — тип билдәләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты — тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.