Өфөләге бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәренә экспорт баҙарына сығырға булышлыҡ итәләр. Платформалар базаһында 660 хеҙмәттән торған берҙәм каталог ойошторолған. Өфөләге үҙ продукцияһын экспортҡа сығарырға теләгәндәргә һәр йәһәттән ярҙамға өмөт итә ала.
“Минең экспорт” берҙәм һанлы платформаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам сараларынан файҙаланырға мөмкин. Бында тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек өлкәһендәге хеҙмәттәрҙе алырға булышлыҡ итә. Ресурс Рәсәй экспорт үҙәге тарафынан “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) маҡсаттарына ярашлы хеҙмәттәрҙе файҙаланырға булышлыҡ итә. Был хаҡта Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр иттеләр.
Элек сит ил баҙарҙарына сығыу өсөн эшҡыуарҙарға бер нисә ведомствоға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Электрон сертификатты һәм дәүләттән ярҙам сараларын рәсмиләштереү өсөн бихисап документтарҙы әҙерләргә кәрәк ине. Хәҙер процесты ябайлаштырҙылар. Кәрәкле акттарҙы һәм бизнесҡа рөхсәт биреүҙе “Минең экспорт” һанлы платформаһындағы шәхси кабинетта рәсмиләштерергә була.
Сығанаҡ: Өфө ҡала хакимиәте.