2025 йылда Башҡортостанда «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә 69 тораҡ пунктта 100 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелде. Был хаҡта республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр иттеләр.
Проекттарҙың хаҡы 1 миллиард 200 миллион һумдан ашыу, шуның бер миллиард һумдан ашыуын республика федераль бюджет средстволары йәлеп иткән. Шул иҫәптән һүҙ яр буйы биләмәләрен төҙөкләндереүҙән алып кәрәкле инфраструктура урынлаштырыуға тиклем һыу буйында ял итеү өсөн хәүефһеҙ, һәм уңайлы зоналар булдырыу буйынса күләмле эш хаҡында бара.
Былтыр республикала Асҡын, Бөрө, Дыуан райондарында һыу ятҡылыҡтары буйлап йәйәүлеләр өсөн ете яр буйы һәм Балаҡатай районында һәм Күмертау ҡалаһында ике пляж зонаһы төҙөкләндерелгән. 2026 йылда тәү сиратта төҙөкләндерелергә тейешле йәмәғәт биләмәләрен һайлап алыу буйынса граждандарҙың бөтә Рәсәй онлайн тауыш биреү йомғаҡтары буйынса алты яр буйы һәм бер пляж зонаһы төҙөкләндереләсәк.
– Һәр яңы пляж һыу инеү урыны ғына түгел, ә йәшәү өсөн тулы урынға әйләнә: бында күләгәле зоналар, балалар һәм спорт майҙансыҡтары, бәҙрәф, мәғлүмәт стендтары һәм уңайлы инеү юлдары бар. Кешеләр һыу инеү өсөн генә түгел, ә йөрөү, спорт менән шөғөлләнеү, ғаилә менән ял итеү өсөн дә һыу буйына сыға. Бындай биләмәләр төрлө йәштәге кешеләрҙе берләштереп, социаль әүҙемлек үҙәгенә әүерелә, – тип билдәләне Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова.
Һөҙөмтәлә ҡала мөхитенең сифаты һиҙелерлек артҡан. 2025 йылда Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы баҫтырып сығарған ҡала мөхите сифаты индексы йомғаҡтары буйынса, республиканың бөтә ҡалалары ла уңайлы мөхитле ҡалалар тип танылды.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.