Ауыл уттары
+31 °С
Облачно
Милли проект
15 Мая , 03:21

Ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыу өсөн хеҙмәт итәсәк

Күп функциялы юғары технологиялы ҡорамал ашығыс медицина ярҙамы күрһәткәндә, анестезия үткәргәндә һәм операциянан һуң пациенттарҙың мөһим хәл күрһәткестәрен контролдә тотасаҡ, ауыр хәлдәге ауырыуҙарға ваҡытында ярҙам күрһәтеүҙе һәм сифатлы дауалауҙы тәьмин итәсәк.    

“Ғаилә” милли проектына ярашлы, Балаҡатай үҙәк район дауаханаһы заманса медицина ҡорамалы алды. Табиптарҙың ҡул аҫтында хәҙер  яңы күсмә  реаниматолог һәм анестезиолог  мониторы буласаҡ.

 Был күп функциялы юғары технологиялы ҡорамал ашығыс медицина ярҙамы күрһәткәндә, анестезия үткәргәндә һәм операциянан һуң  пациенттарҙың мөһим хәл күрһәткестәрен контролдә тотасаҡ, ауыр хәлдәге ауырыуҙарға ваҡытында ярҙам күрһәтеүҙе һәм сифатлы дауалауҙы тәьмин итәсәк

– Хәҙер табиптарҙың пациенттарҙың хәлен теүәл асыҡлау, тиҙ ҡарарға килеү өсөн мөмкинлек бар. Хатта иң ауыр, ҡатмарлы  операцияларҙы тынысыраҡ үткәреү өсөн ярҙам итәсәк. Беҙҙең өсөн ул - яңы ҡорамал ғына түгел, ә кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу, хирургия ярҙамы сифатын яҡшыртыу өсөн тапшырылған бик мөһим инструмент, – тип билдәләне район дауаханаһының баш табибы Надежда Захарова.

Илгә ҡағылған тәрән демографик көрсөк шарттарында ғаилә һәм тыуымды яҡлау мөһим йүнәлеш булырға тейеш. Социаль өлкәләге иң эре, киң күләмле “Ғаилә” милли проекты (нацпроект “Семья”), бала тәрбиәләгән һәм күп балалы ғаиләләргә етди иғтибарын төбәп, 2030 йылға тиклем уларҙы яҡлауға 17 триллион һум аҡса йүнәлтеүҙе күҙ уңында тота. Йыл һайын 1,7 миллион ғаилә ошо милли проект буйынса әсәлек капиталынан файҙаланасаҡ. Шулай уҡ һәр кем ҡуллана алырлыҡ, сифатлы инфраструктура булдырыу, айырыуса ауыл ерендә медицина ярҙамын яҡшыртыу, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларын булдырыу, балалар поликлиникаларын йыһазландырыу, балалар баҡсаларын төҙөү ҙә дауам итәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас