Ауыл уттары
+30 °С
Облачно
Милли проект
15 Мая , 03:22

Премия алғығыҙ киләме? Ғариза яҙығыҙ

2026 йылда эшҡыуарлыҡ буйынса өс төп номинация ҡаралған.     

Корпоратив инновациялар өлкәһендәге GenerationS Innovation Award 2026 (GIA) премияһына ғаризалар ҡабул ителә башланы. Ул ағымдағы йылдың 7 авгусына тиклем дауам итә, тип хәбәр иттеләр «Милли өҫтөнлөктәр» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһынан.

2026 йылда эшҡыуарлыҡ буйынса өс төп номинация ҡаралған: «Йылдың эске инновацияһы», «Йыл инноваторы» һәм «Йыл коллаборацияһы». Шулай уҡ бер нисә яңы йүнәлеш булдырылған. «Иң яҡшы инновацион экосистема» номинацияһы технопарктарҙы һәм махсус иҡтисади зоналарҙы лабораториялар, инжиниринг үҙәктәре, акселерация программалары йәһәтенән баһалай.

«GIA 2026  премияһы – иң яҡшыларҙы таныу ғына түгел, оҙайлы кооперацияның тулы экосистемаһы. Яңы хеҙмәттәшлек моделе сиктәрендә корпорациялар әҙер инновация алымдарын үҙ технологик бурыстарына интеграциялай. Технологик стартаптар эре заказсыларға һәм сәнәғәт масштабтарына сығыу мөмкинлегенә, ә төбәктәр үҙенең инновацион инфраструктураһы эшенең һөҙөмтәлелеген баһалау өсөн үҙенсәлекле ҡоралға эйә була.

2026 йылғы премияның төп бурысы – белемде бергәләп генерациялау, технологиялар булдырыу һәм уларҙы корпорацияларға һәм төбәктәргә индереү өсөн бөтә экосистемала ҡатнашыусылар араһында коммуникация булдырыу», – тип билдәләне корпоратив инновацияларҙы үҫтереү буйынса платформаның директоры Екатерина Петрова.

GIA премияһы «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проекты (национальный проект «Эффективная и конкурентная экономика») маҡсаттарына ярашлы уҙғарыла. Ул иҡтисадты, финанс баҙарын, конкуренцияны үҫтереүҙе, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүҙе, хеҙмәт етештереүсәнлеген һәм инвестиция әүҙемлеген арттырыуҙы, шулай уҡ тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоно кәметеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Иҡтисадтың сәнәғәт секторҙары перспективаларына, юғары технологияларға һәм йәштәр бизнесына айырыуса ҙур иғтибар бүленә.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас