Ауыл уттары
+31 °С
Облачно
Милли проект
15 Мая , 03:26

Әй аша күпер ремонтлана

Әй йылғаһындағы күпер – республикала иң ҙурҙарҙың береһе.

Кропачево – Мәсәғүт ­– Әшит юлында Әй йылғаһы аша һалынған күперҙе йүнәтеү эштәренең 39 проценты башҡарылған. Республикалағы иң ҙур күперҙәрҙең береһен йүнәтеү эштәре “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сараларын тормошҡа ашырыу буйынса башҡарыла. Был хаҡта БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы хәбәр итә.

Күперҙең оҙонлоғо 300 метр тәшкил итә. Подряд ойошмаһы артабан гидроизоляция үткәреү өсөн ортотроп плитәне таҙартыу эштәре алып барыла. Эштәр график буйынса бара.

– Күпер Оло Ыҡтамаҡ ауылы янында урынлашҡан. Бында балалар өсөн Мәсетле шифаханаһышулай уҡ билдәле “Ҡарағай” курорты урынлашҡан. Бында бөтә Рәсәйҙән балалар һәм өлкәндәр дауаланырға килә. Кропачево – Мәсәғүт – Әшит трассаһы Башҡортостан Республикаһы, Свердловск һәм Силәбе өлкәләре араһында транспорт бәйләнешен булдыра. Көн һайын уның аша 3,5 меңгә тиклем машина үтә. Шуға күрә был йүнәлеште тәртипкә килтереү мөһим, – тип асыҡлай Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Күперҙе яңыртыу эштәрен йыл аҙағына тиклем тамамлау күҙаллана.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас