Бының өсөн федераль ҡаҙнанан, “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) ярашлы, 899,9 миллион һум аҡса бүлеү хупланды, тип хәбәр итә БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы. Министр вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов әйтеүенсә, 2026-2027 йылдарҙа өсөнсө этап барышында күп фатирлы 31 өйҙә йәшәүселәрҙе күсереү ҡаралған.
– Баҡалы, Бәләбәй, Белорет, Благовещен, Бөрө, Дүртөйлө, Ишембай, Краснокама, Учалы, Шишмә райондарында, шулай уҡ Нефтекама ҡалаһында йәшәгән 810 кеше яңы торлаҡтан асҡыстар алырға тейеш, – тине ул.
Граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереүгә субсидия биреү тураһында муниципалитеттар менән ошо арала килешеүҙәр төҙөлә. Артабан ҡала һәм райондар торлаҡ һатып алыуға сауҙа үткәрә ала.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл мартта индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, 2024–2030 йылдарға Башҡортостан Республикаһының Граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса адреслы программаһына 37 район һәм ҡаланан дөйөм майҙаны 183 мең квадрат метр тәшкил иткән 489 күп фатирлы йорт инде. Уларҙың 2024, 2025, 2026 һәм 2027 йылдарҙағы этаптарына финанслау бүленгән, был яҡынса 34 мең квадрат метр торлаҡта йәшәгәндәрҙе күсерергә мөмкинлек бирә.
Уҙған йыл аҙағынан Башҡортостанда программаның икенсе этабы буйынса әүҙем эш бара: республиканың 10 муниципалитетында 23 күп фатирлы йорттан 428 кеше яңы торлаҡҡа күсерелергә тейеш.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.