2026 йыл башынан Башҡортостанда йәшәүселәр “Дәүләт хеҙмәттәре” порталының “Кире бәйләнеш платформаһы” хеҙмәте аша дәүләт органдарына һәм муниципалитеттарға 57 385 заявка биргән.
Граждандар һәм дәүләт органдары араһында электрон үҙ-ара эш итеүҙе үҫтереү — “Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләттең һанлы трансформацияһы” (национальный проект “Экономика данных и цифровая трансформация государства) милли проектының төп маҡсаттарының береһе, тип хәбәр иттеләр республиканың Һанлы үҫеш һәм дәүләт идаралығы министрлығында.
— Граждандар дәүләт органдары менән электрон рәүештә әүҙем бәйләнешкә инә, һорауҙарын бирә, үтенес-тәҡдимдәрен белдерә. Халыҡ араһында POS-системаның популярлығы арта: былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, система аша мөрәжәғәт итеүселәр һаны 35 процентҡа артҡан, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министры Геннадий Разумикин.
Кире бәйләнеш системаһын 4172 төбәк ведомствоһы һәм ойошмаһы ҡуллана. Һорауҙарҙы: министрлыҡтарға һәм ведомстволарға, муниципалитеттарға һәм уларҙы ҡараған ойошмаларға, дауаханаларға, мәктәптәргә, балалар баҡсаларына, мәҙәниәт учреждениеларына, идара итеүсе компанияларға, коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеүсе ойошмаларға һәм башҡа учреждениеларға ебәрергә мөмкин.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.