“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты (федеральный проект “Формирование комфортной городской среды”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Стәрлетамаҡ ҡалаһында яңынан-яңы ижтимағи киңлектәр барлыҡҡа килә. Был хаҡта Башҡортостандың Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр иттеләр.
Әле ҡалалағы Элеватор урамындағы аллеяны төҙөкләндереү эше әүҙем бара. Шулай итеп, төҙөүселәр йәйәүлеләр өсөн юлдарҙы һәм яҡтыртҡыс таяуҙарын беркетеү өсөн урындарҙы әҙерләне. Йәмәғәтселек биләмәһендә видеокүҙәтеүҙе ҡуйыу, бәләкәй архитектура формаларын урынлаштырыу, декоратив йәшелләндереү, ял зонаһын һәм балалар өсөн тәғәйенләнгән майҙансыҡтарҙы ҡуйыу планлаштырылған.
- Барыһы ла графикка ярашлы бара. Йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән зонаны төҙөкләндереү ҡаланың был өлөшөн яңынан асыу мөмкинлеген бирәсәк, - тине Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов.
Сығанаҡ: БР Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығы.