100 меңдән ашыу халҡы булған ҡалалар “Рәсәйҙең ғаилә баш ҡалаһы” конкурсында ҡатнаша ала, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Хөкүмәтендә.
– Беҙҙә махсус йыл — Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылы. Һәм, был йылды иғлан итеп, Президент, Рәсәй – ул ғаиләләр ғаиләһе, тине. Беҙ “Рәсәйҙең Ғаилә баш ҡалаһы” конкурсына старт бирәбеҙ, ул РФ Дәүләт советының “Ғаилә” йүнәлеше буйынса комиссияһы ярҙамын алды. Бындай ғаилә баш ҡалаһы 100 меңдән ашыу кеше йәшәгән Рәсәй ҡалалары булыуы мөмкин, әммә иң мөһиме — был ғаиләләр өсөн уңайлы инфраструктуралы ҡалалар булырға тейеш, — тип билдәләне вице-премьер Татьяна Голикова.
Һайлап алыу барышында эксперттар ғаиләләр өсөн инфраструктураны, ғаиләгә ярҙам саралары системаһын, сәләмәт йәшәү рәүеше өсөн шарттарҙы баһалаясаҡ. Конкурстың ойоштороу комитетына федераль ведомстволар, ғилми ойошмалар вәкилдәре, эксперттар һәм ата-әсәләр берләшмәһе инде.
– Беҙҙең дөйөм бурыс – балалы ғаиләләр һәм буласаҡ ата-әсәләр бала табыу теләген иркен тормошҡа ашыра алһын өсөн бөтә кәрәкле шарттар булдырыу. Беҙ демографик сәйәсәтте тормошҡа ашырыуға төбәктәрҙе, эш биреүселәрҙе, ә хәҙер муниципалитеттарҙы ла йәлеп итәбеҙ, — тип өҫтәне Рәсәй Хеҙмәт министрлығы башлығы Антон Котяков.
Ҡатнашыусы ҡалалар махсус сайтта теркәлә ала. Дәғүә итеүсе ҡалаларҙан ғаризалар 21 июнгә тиклем ҡабул ителә. Артабан күрһәткестәргә эксперт баһаһы һәм финалсы ҡалаларға инспекция барыуы көтөлә. Финалсылар араһынан “Рәсәйҙең ғаилә баш ҡалаһы” исеменә лайыҡ булған төп еңеүсе менән бер рәттән “Киләсәк быуындар ҡалаһы”, “Ҙур ғаилә өсөн ҡала”, “Күп балалылыҡ флагманы”, “Бәхетле ата-әсәлек ҡалаһы” һәм “Ғаилә тотороҡлолоғо ҡалаһы” номинацияларында призерҙар ҙа һайлап алынасаҡ.
“Ғаилә” милли проекты (национальный проект “Семья”) ата-әсәләргә һәм балаларға ярҙам итеү өсөн ғәмәлдәге сараларҙы берләштерә: әсәлек капиталы түләнә, икенсе, өсөнсө һәм артабанғы сабыйҙар тыуыу өсөн өҫтәмә стимулдар булдырыла. Бөтә ил буйынса әүҙем оҙон ғүмерлелек практикаһы тормошҡа ашырыла. 14-22 йәшлек йәштәргә музейҙарға, театрҙарға, кинозалдарға һәм башҡа мәҙәниәт учреждениеларына бушлай йөрөргә мөмкинлек биргән “Пушкин картаһы” программаһы ғәмәлдә. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.