Ауыл уттары
+19 °С
Ясно
Милли проект
20 Мая , 16:48

Эшҡыуарҙарҙы Алматыға күргәҙмәгә саҡыралар

.

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы йүнселдәрҙе 21 октябрҙән 23-нә тиклем Алматыла уҙасаҡ “KazAgro 2026» (KazAgroFarm 2026)” халыҡ-ара аграр күргәҙмәһендә ҡатнашырға саҡыра.

Сара “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) милли проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә ойошторола, тип хәбәр иттеләр министрлыҡта. Башҡортостандан ҡатнашыусылар өсөн яңы баҙарҙар ғына түгел, етди дәүләт ярҙамы өсөн мөмкинлектәр ҙә асыла.

— “KazAgro 2026” күргәҙмәһе - экспорттың өс өҫтөнлөгө иҫәбендә булған Ҡаҙағстандың әүҙем үҫешеүсе баҙарына сығыу өсөн ысын трамплин. Башҡортостандан был илгә экспорт өлөшө тауар әйләнешенең 90 процентын тиерлек тәшкил итеүен иҫәпкә алғанда, агросекторҙа ҡатнашыу машиналар һәм ашламаларҙан алып малсылыҡ өсөн компоненттарға тиклем юғары технологиялы продукция ташыуҙы үҫтерергә мөмкинлек бирәсәк. Күршеләребеҙ айырыуса агросәнәғәт комплексын яңыртыуға мохтаж, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Күргәҙмә үҫемлекселек, техника, һуғарыу, орлоҡтар, ашламалар йүнәлешенә бүленгән. Мал аҙығы, генетика, ветеринария йүнәлешендә махсуслашҡан. Был - партнерҙар табыу, килешеүҙәр төҙөү һәм конкурентлыҡ мөхитен өйрәнеү өсөн идеаль майҙансыҡ.

Рәсәй экспорт үҙәге ярҙамында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиелары стенд төҙөүгә, өлгөләр ташыуға, таможняға һәм страховкалауға киткән сығымдарҙың 80 процентына тиклемен, эре компанияларға сығымдарҙың 50 процентына тиклемен берлектә финанслай ала. Бынан тыш, майҙандарҙы ҡуртымға алыуға, мәғлүмәти яҡтан алға китешкә һәм сит ил һатып алыусыларын йәлеп итеүгә сығымдар ҙа бушлай ҡаплана.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Сығанаҡ:

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2026-05-20/esh-yuar-ar-y-almaty-a-k-rg-m-g-sa-yralar-4692735 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас