Ауыл уттары
+19 °С
Ясно
Милли проект
20 Мая , 16:45

Иң яҡшы һөнәр эйәһе кем булыр?

Республикабыҙҙа ташсылар араһында конкурс иғлан ителә.

16 июлдә Башҡортостанда “Һөнәре буйынса иң яҡшылар” оҫталыҡ конкурсының “Иң яҡшы ташсы” номинацияһы буйынса Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы уҙғарыласаҡ. Был сара “Кадрҙар” милли проектына (национальный проект “Кадры”) ярашлы башҡарыла. Был турала республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итә.

- Конкурста Башҡортостандың төҙөлөш комплексының профессионал ташсылары ҡатнашасаҡ. Улар үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтәсәк, иң яҡшыһы тигән исем өсөн көс һынашасаҡ, һуңынан Башҡортостан данын федераль кимәлдә яҡлаясаҡ. Бындай ярыштарҙы эшсе һөнәрҙәренең мәртәбәһен күтәреү, ошо тармаҡҡа профессионал кадрҙар әҙерләү маҡсатында уҙғарабыҙ, – тине Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов.

Ярыштар Өфөлә Зәйнәб Биишева урамындағы төҙөлөү өҫтөндәге “Пьермонт” торлаҡ комплексы майҙанында уҙғарыласаҡ.

Конкурста был һөнәр буйынса кәмендә өс йыл тәжрибәһе булған Рәсәй Федерацияһы граждандары ҡатнаша аласаҡ. Шулай уҡ Рәсәй биләмәһендә теркәлгән ойошмаларҙа эшләүҙәре, хеҙмәт дисциплинаһында тәртип боҙоуҙар булмауы ла мөһим талап булып тора.

Ғаризаларҙы ҡабул итеү башланды, ул 1 июлгә тиклем дауам итә.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас