Өфө фән һәм технологиялар университетында Дрондар ярышы — уҡыусыларҙың пилотһыҙ осоу аппараттарына идара итеү һәм осороу буйынса инженер ярыштары үтте. Сараны “Пилотһыҙ авиация системалары” милли проекты (национальный проект “Беспилотные авиационные системы”) сиктәрендә ойошторҙолар, тип хәбәр иттеләр республиканың Сәнәғәт һәм энергетика министрлығынан.
Пилотһыҙ осоу аппараттарына идара итеү оҫталығын өс йәш төркөмө уҡыусылары күрһәтә, улар араһында яңы башлағандар ҙа, бындай ярыштарҙа бер нисә тапҡыр ҡатнашҡандар ҙа була. Өҫтәүенә ярыш трассаһын балалар үҙҙәре етештергән дрон менән үтергә тейеш була.
Жюри тиҙлекте, хәрәкәт итеүҙе, маршрутты үтеү, дронды һауаға күтәреү һәм ергә ултыртыу аныҡлығын баһалай. Пилоттарға техниканың ҡолап төшөүенә, боролоуына йәки стенаға бәрелеүенә юл ҡуймайынса, ҡаршылыҡтар һыҙаты буйлап үтергә кәрәк була. Һәр кем техник оҫталығын ғына түгел, ә тиҙ ҡарар ҡабул итеү һәләтен дә күрһәтергә ынтыла.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, ярыштарҙың төп бурысы – уҡыусыларҙы заманса технологиялар өлкәһенә йәлеп итеү, инженерлыҡҡа, робот техникаһына һәм пилотһыҙ авиация системаларына ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереү. Бынан тыш, ярыштар һәләтле балаларҙы асыҡлау өсөн майҙансыҡ булып хеҙмәт итә һәм уларҙы пилотһыҙ технологиялар өлкәһендә артабанғы үҫешкә этәрә.
Яңы милли проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы буйынса 2025 йылдан ғәмәлгә инде.