Ауыл уттары
+22 °С
Ясно
Милли проект
21 Мая , 09:11

Үрге Ҡыйғы ауылында балалар сәнғәт мәктәбе төҙөлә башланы

Яңы мәктәптә балаларҙың ижади үҫеше өсөн бөтә шарттар ҙа булдырыласаҡ.

Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында “Ғаилә” милли проектын (национальный проект “Семья”) тормошҡа ашырыу барышында балалар сәнғәт мәктәбе төҙөлөшө башланды. Был хаҡта төбәктең Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан хәбәр иттеләр.

Яңы мәктәптә балаларҙың ижади үҫеше өсөн бөтә шарттар ҙа булдырыласаҡ. Беренсе ҡатта иркен хореография залдары, икенсеһендә — концерт залы һәм ҡулланма-сәнғәт кластары, өсөнсөһөндә — тауыш яҙҙырыу студияһы, компьютер һәм рәсем кластары, китапхана, шәхси һәм төркөм музыка дәрестәре өсөн аудиториялар барлыҡҡа киләсәк. Шулай уҡ бинала медпункт, уҡытыусылар бүлмәһе, музыка ҡоралдары келәте, ата-әсәләр өсөн көтөп тороу зонаһы һәм гардероб буласаҡ.

– Яңы бина өс ҡатлы буласаҡ, сменаһына 100 кешене үткәреү мөмкинлеге бар. Төҙөлөш майҙаны 844 квадрат метр тәшкил итә. Эштәрҙе 2027 йылда тамамларға планлаштырабыҙ. Һис шикһеҙ, был - район өсөн мөһим объект, ул балаларыбыҙға ижади үҫеш өсөн күберәк мөмкинлектәр бирәсәк, — тип билдәләне республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов.

“Ғаилә” милли проекты ата-әсәләргә һәм балаларға ярҙам итеү өсөн ғәмәлдәге сараларҙы берләштерә: әсәлек капиталы түләнә, икенсе, өсөнсө һәм артабанғы сабыйҙар тыуыу өсөн өҫтәмә стимулдар булдырыла. Бөтә ил буйынса әүҙем оҙон ғүмерлелек практикаһы тормошҡа ашырыла. 14-22 йәшлек йәштәргә музейҙарға, театрҙарға, кинозалдарға һәм башҡа мәҙәниәт учреждениеларына бушлай йөрөргә мөмкинлек биргән “Пушкин картаһы” программаһы ғәмәлдә.

Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас