Ауыл уттары
+18 °С
Облачно
Милли проект
22 Мая , 04:22

Республикала 83 тематик аллея ултыртылды

Акция сараларында 65 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән дүрт меңгә яҡын ирекмән, 1283 берәмек техника йәлеп итеп, 3,5 меңдән ашыу ойошма ҡатнаша.

Йыл һайын үткәрелгән “Йәшел Башҡортостан” акцияһы “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) буйынса төҙөкләндерелгән йәмәғәт биләмәләрендә үтте. Бөтәһе 83 яңы тематик аллея ултыртылды, тип хәбәр иттеләр республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан.

Акция сараларында 65 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән 4 меңгә яҡын ирекмән, 1283 берәмек техника йәлеп итеп, 3,5 меңдән ашыу ойошма ҡатнаша. Был ваҡытта 4,3 меңдән ашыу ҙур ағас һәм 139 меңдән ашыу башҡа үҫенте ултыртылған.

Мәҫәлән, Өфөлә 10 яңы аллеяға нигеҙ һалынды, уларҙа 320 ағас һәм 684 ҡыуаҡ ултыртылды. Республиканың баш ҡалаһында йәшелләндереү буйынса эштәр май аҙағына тиклем дауам итәсәк. Нефтекаманы Ленин урамындағы Хеҙмәт даны аллеяһына ултыртылған дүрт метр бейеклектәге 70 имән биҙәне. Бынан тыш, Карл Маркс урамындағы 4-се йорт буйлап Инициатива аллеяһы барлыҡҡа килә, унда 37 пирамидаль тирәк ултыртыла. Октябрьский ҡалаһында бейеклеге 2,5 метрҙан ашыу булған 17 ҡая ҡарағайынан торған аллея барлыҡҡа килә.

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты — тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас