Ауыл уттары
+21 °С
Облачно
Милли проект
26 Мая , 06:37

Дәүләт ярҙамы эшҡыуарға бизнесын үҫтерергә мөмкинлек бирҙе

Бизнес-проект үҫешә башлағас, уның тотороҡло үҫеше һәм яңы баҙарҙарға уңышлы сығыуы өсөн шарттар булдырыу мөһим. Был йәһәттән финанс ойошмалары ҙур роль уйнай, улар кәрәкле ресурстарҙы алырға ярҙам итә

Өфө районынан юл буйы сервисы өлкәһендә эшләүсе шәхси эшҡыуар Артур Ғәлин Башҡортостан микрокредит компанияһынан 2,5 миллион һум льготалы микрозайм алды.

“Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) сиктәрендә финанс ярҙамы бизнесменға биналарҙы ҡуртымға алыу өсөн түләргә һәм тәьмин итеүселәр менән иҫәпләшергә ярҙам итте, тип хәбәр иттеләр республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.

– Бизнес-проект үҫешә башлағас, уның тотороҡло үҫеше һәм яңы баҙарҙарға уңышлы сығыуы өсөн шарттар булдырыу мөһим. Был йәһәттән финанс ойошмалары ҙур роль уйнай, улар кәрәкле ресурстарҙы алырға ярҙам итә. Республикала бындай ярҙамды Башҡортостан микрокредит компанияһы күрһәтә, – тип билдәләне Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

Артур Галин өс йыл тиерлек кафе-магазиндар селтәрен уңышлы алып бара, шулай уҡ магазиндарға  таратылған продукция етештереүсе икмәкхана мөдире. Был уға тауар сифатын контролдә тоторға һәм клиенттарға көн һайын яңы бешерелгән ризыҡ тәҡдим итергә мөмкинлек бирә.

Йәмәғәт транспорты туҡталыштарында кафе ойоштороу-ул күп юридик, техник һәм санитар аспекттарҙы иҫәпкә алыуҙы талап иткән перспективалы, әммә ҡатмарлы бизнес-идея.

– Башҡортостан микрокредит компанияһында заемсыларға партнерлыҡ ҡарашы ҡабул ителде. Һәм күп клиенттарға был оҡшай, сөнки улар менән аралашалар, хеҙмәттәшлектең индивидуаль юлын эҙләйҙәр, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан микрокредит компанияһы директоры Олег Могильников.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас