Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы республика эшҡыуарҙарын 2026 йылдың 15-16 сентябрендә Гонконгта үтәсәк ҡулланыусылар тауарҙары өлкәһендәге Халыҡ-ара эшлекле миссияла ҡатнашырға саҡыра. Сара “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) милли проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә ойошторолған һәм Азия баҙарына сыҡҡанда бизнесты оҙатыуға йүнәлтелгән, тип хәбәр иттеләр республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан.
— Гонконг — Ҡытай һәм глобаль баҙарҙар араһында танылған эшлекле күпер. Уның Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә 16,2 процент өлөш менән беренсе урынды ныҡлы тотоуы фонында беҙҙең бурыс - экспорт структураһын сеймал булмаған тауарҙар менән әүҙемерәк тулыландырыу. Эшлекле миссияла ҡатнашыу аҙыҡ-түлек һәм косметика кеүек перспективалы өлкәләрҙә айырым бәйләнештәрҙән системалы эшкә күсергә мөмкинлек бирә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Сарала агросәнәғәт комплексы өлкәһе компаниялары, халыҡ ҡулланыуы тауарҙары, фармацевтика һәм косметика продукцияларын етештереүселәр, шулай уҡ халыҡ художество кәсептәре предприятиелары ҡатнаша ала.
Сараның форматы хеҙмәттәшлеккә ҡыҙыҡһыныуҙарын алдан раҫлаған сит ил клиенттары менән адреслы B2B осрашыуҙарҙы күҙ уңында тота.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.