Ауыл уттары
+18 °С
Облачно
Милли проект
28 Мая , 04:12

Өфө предприятиеһы дәүләт ярҙамы алды

Халыҡта уның продукцияларына ихтыяж ҙур.

Башҡортостан төбәк лизинг компанияһы Өфө предприятиеһында композит арматураһы етештереүгә ике линия булдырыу өсөн 5,2 миллион һум алыуға ярҙам итте. Дәүләт булышлығы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысына ярашлы тормошҡа ашырылған “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) нигеҙендә бирелгән.

Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ярҙам алған Башҡортостан сауҙа-сәнәғәт компанияһы яңы ҡорамалда продукция етештерә башлаған да инде. Планлаштырылған күләм – айына ике мең километр самаһы арматура. Кварталда 120 миллион һум табыш алыныр тип көтөлә.

– Дәүләт ярҙамы предприятиены етештереүҙе яңыртыу өсөн күп йыллыҡ инвестиция менән тәьмин итте. Яңы ҡорамал алыуҙы финанслау сығымдарҙы ҡулайлаштырыуға, төбәк проектының инвестиция йәһәтенән ылыҡтырыусанлығын көсәйтеүгә булышлыҡ ҡылды, – ти эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.  

Компания композит арматураһы етештереү тармағын яңыртып, төҙөлөш селтәре сығара башланы. Был материалға халыҡта ихтыяж ҙур. Композит арматураһы һәм төҙөлөш селтәре етештереү предприятиеға ҙур үҫеш мөмкинлектәре аса.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас