“Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) Иглин районында Иглин ауылының көньяҡтан урап үтеү юлын ремонтлау эше башланды. Был турала республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы хәбәр итә.
2,3 километр оҙонлоғондағы участкала подрядсы ойошма иҫке асфальт япманы фрезерлаясаҡ, бынан тыш, тигеҙләй торған ҡатлам һалына, юл ситтәре нығытыла, тамға һалына.
- Һуңғы йылдарҙа Иглин ныҡлы төҙөкләндерелә. 70 меңдән кеше йәшәгән район өсөн әлеге юл бик мөһим. Бынан йәмәғәт транспорты ла йөрөй, туҡталыштар урынлашҡан. Шуға уны яҡшы торошҡа килтереү, юлдағыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү бик мөһим, - ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
Был участкала юлды ремонтлауҙы 2026 йыл аҙағына тиклем тамамлау ниәтләнә.
Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.