Үрге Ҡыйғы ауылында Ленин урамын төҙөкләндерәләр. Проекттың төп маҡсаты – урамдың кешеләр, бигерәк тә балалар өсөн хәүефһеҙ булыуын тәьмин итеү. Был ауыл “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект «Инфраструктура для жизни») “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы булышлығынды үҙгәртеп ҡорола. Ошо хаҡта республиканың Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығында хәбәр иттеләр.
Быйыл, төҙөкләндереү программаларына ярашлы, Ленин урамының ике участкаһы – Совет урамы һәм Салауат тыҡрығы, шулай уҡ Совет һәм Крупская урамдары араһы төҙөкләндерелә.
Был участка ауылдың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Унда уҡыусылар, мәктәп йәшенә тиклемге балалар, шулай уҡ уларҙың ата-әсәһе йөрөүсән. Йәйәүлеләрҙең хәүефһеҙ һәм уңайлы хәрәкәт итеүен тәьмин итеү – барлыҡ ауылдарға хас проблема. Тротуар һуҡмаҡтарын булдырыу хәлде яҡшыртыр, йәйәүлеләр өсөн уңайлы итер, тигән фекерҙә төҙөүселәр.
Сығанаҡ: БР Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығы.