Ауыл уттары
+18 °С
Облачно
Милли проект
28 Мая , 04:14

“Төбәк-ара фәнни экспресс” фәнни-популяр маршруты старт алды

Ун көнлөк турҙа “Фән. Геройҙар биләмәһе.” конкурсының алтынсы миҙгелендә еңеүсе Евгений Богдашов ҡатнашты.

Башҡортостанда Рәсәйҙәге тәүге “Төбәк-ара фәнни экспресс” фәнни-популяр маршруты старт алды. Проект Евразия фәнни-белем биреү үҙәге башланғысы буйынса әҙерләнгән һәм Рәсәйҙә Фән һәм технологиялар ун йыллығы сиктәрендә (в рамках Десятилетия науки и технологий) тормошҡа ашырыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең идара итеүсе компанияһында.

 - Фәнни-популяр маршрутта ҡатнашыусылар өсөн фәнде теорияла түгел, ә реаль тормошта күреү мөмкинлеге асыла. Улар заманса лабораторияларға йөрөй һәм ғалимдарҙың эшләнмәләре менән таныша. Башҡортостан өсөн “Төбәк-ара фәнни экспресс”та ҡатнашыу - төбәктең кадрҙар потенциалын үҫтереүҙә мөһим аҙым. Проект йәштәргә һөнәр һайларға ярҙам итә һәм баш ҡалала ғына түгел, Рәсәй төбәктәрендә лә сифатлы белем һәм үҙ-үҙеңде үҫтереү өсөн мөмкинлектәр булыуын күрһәтә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды “БР фәнни-мәғариф үҙәгенең идара итеүсе компанияһы” директоры Андрей Кулаков.

Ун көнлөк турҙа “Фән. Геройҙар биләмәһе.” конкурсының алтынсы миҙгелендә еңеүсе Евгений Богдашов ҡатнашты. Сәфәр барышында ул Өфө фән һәм технологиялар университетының, Өфө дәүләт нефть техник университетының алдынғы инженерлыҡ мәктәптәрендә һәм лабораторияларында булды. Шулай уҡ конкурста еңеүсе “Берлога” оҫтаханаһына барған, унда ул БПЛА-ны йыйыу, программалау һәм эксплуатациялау майҙансығында дрон менән идара итеп ҡараған. Сарала тағы республиканың уникаль тәбиғәте - Торатау шиханы түбәһенә күтәрелеү ҡаралған  ине. Сәфәр Өфө үҙәге буйлап тарихи-мәҙәни күҙәтеү экскурсияһы менән тамамланды.

 - Турҙың үҙенсәлеге шунда: Рәсәйҙә тәүге тапҡыр талантлы уҡыусыға бер сәфәрҙә өс төбәктең фәнен үҙ күҙҙәре менән күреү, йәғни ҙур ғилми үҙәктәр менән танышыу һәм фәндәрҙең төрлө өлкәләре: медицина, химия, механика ғалимдары менән аралашыу мөмкинлеген булдырҙыҡ. Был беренсе, әммә һис шикһеҙ һуңғы тур түгел. Беҙҙең тәжрибә башҡа төбәктәрҙе яңы маршруттар булдырыуға этәрер, тип ышанам, - тип билдәләне “Төбәк-ара фәнни-популяр туризм” проекты авторы, Рәсәйҙең милли проекттары эксперты Наталия Латипова.

Маршрут Түбәнге Новгород, Өфө һәм Новосибирск ҡалаларын берләштерә. Төбәк-ара маршруттың һуңғы нөктәһе булып Новосибирск өлкәһе тора. Ҡатнашыусы билдәле Академҡаласыҡҡа, эволюцион йүнәлештәге музейҙарға барасаҡ, был фундаменталь фәндән тере тәбиғәт байлығына юл табырға мөмкинлек бирәсәк.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

 

Фото: Башҡортостан Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас