Ауыл уттары
+18 °С
Облачно
Милли проект
29 Мая , 04:18

Экспортерҙарҙы конкурста ҡатнашырға саҡыралар

Былтырғы ”Йыл экспортеры” конкурсы һөҙөмтәләре  республика бизнесының һынауҙарҙан ҡурҡмауын һәм алға ҡарап эшләргә әҙер булыуын раҫланы

Башҡортостандың тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек алып барыусы предприятиелары һәм шәхси эшҡыуарҙары  “Йыл экспортеры. Рәсәйҙә эшләнгән” халыҡ-ара кооперация һәм экспорт өлкәһендә Бөтә Рәсәй премияһына заявкалар тапшыра ала.  Сара “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты бурыстарына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Төп номинациялар: “Йыл экспортеры. Сәнәғәт”, “Йыл экспортеры. Агросәнәғәт  комплексы”, “Туҡланыу продукттары”, “Мода индустрияһы”, “Матурлыҡ индустрияһы”, “ИТ Юғары технологиялар”, “Кино, анимация”, “Туризм индустрияһы”.

– Былтырғы ”Йыл экспортеры” конкурсы һөҙөмтәләре  республика бизнесының һынауҙарҙан ҡурҡмауын һәм алға ҡарап эшләргә әҙер булыуын раҫланы. 2025 йылда төбәк этабында 148 заявка алдыҡ – был туғыҙ  эре бизнес компанияһы һәм 139 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты. Округ этабында Башҡортостан намыҫын 20 компания яҡланы, алтыһы еңеүсе һәм призер булды. Был лайыҡлы һөҙөмтә.  Быйыл премия инклюзив һыҙатҡа күберәк эйә була бара. Төп яңылыҡ –  “Рәсәйҙә эшләнгән” милли программа менән интеграциялау. Ул конкурста ҡатнашыусыларға өҫтәмә өҫтөнлөк бирәсәк, – тигән аңлатма бирҙе тышҡы иҡтисади бәйләнештәр  һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Заявкалар биреү һанлы рәүештә премияның рәсми сайтында бара. Конкурста бары һалымдар буйынса бурыстары булмаған Рәсәй ойошмалары ҡатнаша ала. Ул ике этапта үтә: ойошмалар федераль округтарҙа һайлап алына һәм финалда еңеүселәр билдәләнә. Документтарҙы ҡабул итеү һанлы форматта 31 майға тиклем бара.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас