Үрге Йәркәй ауылында Башҡортостан аграр-технология колледжы ремонтланасаҡ. Эштәр “Йәштәр һәм балалар” милли проектының (национальный проект “Молодежь и дети”) “Профессионалитет” федераль проекты ярҙамында үтәсәк, тип хәбәр иттеләр республиканың Мәғариф министрлығынан.
Тәү сиратта колледжда төп инфраструктураны тәртипкә килтерәләр. Уҡыу корпусында фасадты һәм ҡыйыҡты ремонтлау, эске бүлмәләрҙе, шулай уҡ яҡтыртыу һәм елләтеү системаларын яңыртыу планлаштырыла.
Бинаны ремонтлау менән бер үк ваҡытта колледждың практик базаһы яңыртыла. “Ауыл хужалығы” йүнәлеше буйынса бөтәһе 11 зона үҙгәртеп ҡорола. Унда ауыл хужалығы техникаһын, агропроцесстарҙы һанлы күҙәтеү системаларын идара итеү өсөн тренажерҙар һәм технологик операцияларҙы өйрәнеү өсөн симуляторҙар ҡуйыласаҡ.
Ошоноң арҡаһында уҡыусылар теорияны өйрәнеп кенә ҡалмай, белемде шунда уҡ практикала нығыта ала. Улар колледждың партнер предприятиеларында ҡулланылғанға оҡшаш ҡорамалдар менән эшләйәсәк. Был сығарылыш уҡыусыларына етештереүгә тиҙерәк яраҡлашырға ярҙам итәсәк һәм хеҙмәт баҙарында уларҙың ихтыяжын арттырасаҡ.
“Йәштәр һәм балалар” милли проекты таланттарҙы асыу һәм йәштәрҙең үҙҙәрен үҫтереү өсөн мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән. Милли проект үҙәгендә – мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү, уҡытыуҙың яңы методикаларын һәм уҡытыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Милли проект шулай уҡ донъя кимәлендәге кампустар селтәрен үҫтереүҙе һәм “Приоритет 2030” программаһы буйынса юғары уҡыу йорттарына ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.