Ауыл уттары
+20 °С
Дождь
Милли проект
3 Июня , 09:07

Ҡариҙел районында - йәштәргә аралашыу өсөн яңы майҙансыҡ

Ул "Дүрт яҡшы эштәр миҙгеле" тигән республика проектының "Йәй" программаһы ярҙамында барлыҡҡа килгән

Ҡариҙел ауылындағы 2-се мәктәп нигеҙендә йәштәр өсөн яңы йәмәғәт майҙансығы асылған. Был "Йәштәр һәм балалар" милли проекты (национальный проект "Молодёжь и дети") маҡсаттарына ярашлы тормошҡа ашырылды, тип хәбәр итә Ҡариҙел районы хакимиәте.

Майзансыҡты булдырыуҙың төп маҡсаты — ауылдың йәш быуынына ижади мөмкинлектәрен асырға, һәләттәрен күрһәтергә һәм үҙ-ара даими аралашырға ярҙам итеү. Бында уйын һәм ял итеү урындары, оҫталыҡ дәрестәре өсөн материалдар һәм музыка ҡоралдары ҡуйылған оҫтахана, шулай уҡ мәғлүмәт-мағрифәт зонаһы бар.

"ВДвиже" тип аталған яңы майҙансыҡ "Дүрт яҡшы эштәр миҙгеле" тигән республика проектының "Йәй" программаһы ярҙамында барлыҡҡа килгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас