Башҡортостан «Пилотһыҙ авиация системалары» (БАС) милли проектында (национальный проект "Беспилотные авиационные системы") әүҙем ҡатнаша. Уны тормошҡа ашырыу сараларына ярашлы, республика предприятиелары БПЛА өсөн илебеҙ технологияларын үҫтереүгә өлөш индерә, тип хәбәр итә республиканың Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы.
Еңел авиация һәм пилотһыҙ осоу аппараттары (БПЛА) өсөн двигателдәр эшләү һәм етештереүҙә махсуслашҡан «Авиация өсөн двигателдәр» йәмғиәте ДДА4 һәм ДДА8 моделдәре өсөн СТ1 продукцияһының килеп сығышына сертификат алған. Ул был двигателдәрҙең Рәсәйҙә сығарылғанын раҫлай. Сертификат алыу компанияға өҫтәмә мөмкинлектәр аса. Был дәүләт һәм тармаҡ проекттарында ҡатнашыуҙы, сауҙаны киңәйтеү өсөн дә мөһим аҙым.
Бынан алда «Авиация өсөн двигателдәр» йәмғиәте милли проект буйынса Милли технология инициативаһы фонды грантын яулаған. Ярҙам двигателдәрҙең бер нисә төп модификацияһын эшләүҙе тиҙләтергә һәм серия итеп сығарыу кимәленә еткерергә мөмкинлек бирә. Финанс ярҙамы менән бергә, алынған сертификаттар компанияның авиация комплект өлөштәренең эске баҙарындағы урынын нығыта һәм тармаҡтың технология бойондороҡһоҙлоғон арттыра.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.