Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
3 Июнь , 09:05

Уҡыусылар урмандарҙы тергеҙә

Мәктәп урмансылығында сәсеү миҙгеле башланды.

Нуриман районының Яңы күл ауылының М.Х. Абдуллов исемендәге мәктәп урмансылығының бәләкәй питомнигында сәсеү миҙгеле башланды. Был эштәр “Экология именлеге” милли проектына ярашлы (национальный проект “Экологическое благополучие”) башҡарыла, тип хәбәр итә республиканың Урман хужалығы министрлығы.

Уҡыусылар ябай ҡарағай орлоҡтарын сәсте. Киләсәктә уларҙан ҙур урман ҡалҡып сығасаҡ.

Тәжрибәле уҡытыусылары етәкселегендә тәүҙә тупраҡты йомшартып әҙерләнеләр, шунан орлоҡ сәстеләр. Шулай уҡ агротехника нигеҙҙәрен, урманды тергеҙеү әһәмиәтен өйрәнделәр, ылыҫлы ағастар үҫтереүҙең төп этаптарын үҙләштерҙеләр.

- Хәҙер минипитомникта даими күҙәтеү ойоштороласаҡ. Уҡыусылар үҫентеләрҙең үҫеү барышын, тупраҡтың дымлылығын күҙәтәсәк, һауа шарттарына ҡарап уларҙы тәрбиәләйәсәк. Түҙемһеҙлек менән тәүге шытымдарҙы көтәбеҙ. Йәш яҡташтарыбыҙҙың экологик аңлылығы һәм әүҙемлеге менән ғорурланабыҙ, - тине М.Х. Абдуллов исемендәге мәктәп урмансылығы етәксеһе Зәлифә Хәйретдинова.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас