8-10 июндә Өфөлә һөнәри әҙерлек үҙәге нигеҙендә “Медиа урта һөнәри белем биреү лабораторияһы” белем биреү интенсивы үтәсәк. Был сара “Йәштәр һәм балалар” милли проктына ярашлы (национальный проект “Молодежь и дети”) ойошторола, тип хәбәр итә республиканың Мәғариф министрлығы.
Интенсив республиканың урта һөнәри белем биреү системаһынан 200-ҙән ашыу уҡыусыны йәлеп итәсәк. Сараның һәр өс көнө ҡатнашыусыларҙың яңы төркөмөнә арналасаҡ. Был иһә мөмкин тиклем күберәк медийсыларҙы йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк. Ҡатнашыусылар үҙҙәренең медиапрофилен билдәләй, интервью алыуҙа көстәрен һынай ала. Һәр көндө тәүге булдырылған материалдарҙың исем туйы үтәсәк. Сарала ҡатнашыуға төбәктең колледж һәм училище уҡыусылары, студенттарҙың медиаүҙәктәрендә ҡатнашыусылар, йәштәр берекмәләре активистары саҡырыла.
“Йәштәр һәм балалар” милли проекты йәш таланттарҙы үҫтереүгә мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән.
Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.