Белорет районында белгес-таксаторҙар оҫталыҡтарын тағы бер нығытҡан. Күнекмә “Экология именлеге” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) маҡсаттарына ярашлы үткән. Был хаҡта БР Урман хужалығы министрлығы хәбәр итә.
Таксация (йәғни урман фондын иҫәпкә алыу – авт.) – урманға бәйле сараларҙың төп этабы. Күнекмәләр барышында белгестәр контроль үлсәүҙәр башҡарған, үҫентеләрҙең торошон баһалаған. Был ғәмәл таксаторҙарҙың эшен камиллаштырыу һәм урман фонды характеристикаларын билдәләүҙә алымдарҙың бер үк икәнен раҫлау өсөн кәрәк. Тикшереү йомғаҡтары буйынса белгестәр үҙҙәренең юғары квалификацияһын һәм урманды инвентаризациялауға тулыһынса әҙер булғанын раҫлаған.
– Урмандарҙы һаҡлау, хәстәрләү һәм үрсетеү буйынса сараларҙы артабан планлаштырыуҙың һөҙөмтәһе әлеге эштәрҙең сифатына һәм аныҡлығына туранан-тура бәйле. Урман буйынса актуаль мәғлүмәттәр белгестәргә тергеҙеү өсөн участкаларҙы билдәләргә, янғынға ҡаршы сараларҙы планлаштырырға һәм урман ресурстарын дөрөҫ файҙаланырға мөмкинлек бирә, – тип аныҡлай Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.