Ауыл уттары
+13 °С
Облачно
Милли проект
5 Июня , 16:48

Йәрмәкәй дауаханаһы заманса ҡорамалдар алды

Күсмә күтәргестәр сирленең туғандарына йәки шәфҡәт туташтарына пациентты өй эсендә йөрөтөргә, мәҫәлән, карауаттан креслоға күсереп ултыртырға мөмкинлек бирә. 

«Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектын (национальный проект «Продолжительная и активная жизнь») тормошҡа ашырыуға ярашлы, Йәрмәкәй үҙәк район дауаханаһы заманса реабилитация ҡорамалдары алды, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Дауахана коллективы пациенттарҙы күтәреү һәм йөрөтөү өсөн тәғәйенләнгән 13 заманса ҡорамал өсөн айырыуса һөйөнә.  

Был инновациялы ҡорамалдың төп бурысы – ауыр хәлдәге, түшәктә ятҡан һәм паллиатив ауырыуҙарҙы өй шарттарында тәрбиәләүҙә ярҙам күрһәтеү. Күсмә күтәргестәр сирленең туғандарына йәки шәфҡәт туташтарына пациентты өй эсендә йөрөтөргә, мәҫәлән, карауаттан креслоға күсереп ултыртырға мөмкинлек бирә. Был ауырыуҙың һәм уның ғаиләһенең йәшәү сифатын ҡырҡа үҙгәртә.

– Был яңылыҡ – Йәрмәкәй районында аҙ хәрәкәтсән граждандарҙың һаулығы һәм уңайлылығы хаҡында хәстәрлек күреү эшмәкәрлегебеҙҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булыуын раҫлаған дәлил. Ярҙамға мохтаж һәр кем уны ваҡытында һәм тулы күләмдә ала алһын өсөн хеҙмәттәрҙе заманса техник реабилитация саралары менән йыһазландырыуҙы дауам итәбеҙ, – тип билдәләне Йәрмәкәй үҙәк район дауаханаһының баш табибы Рәмил Ғизетдинов.

Яңыртылған милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас