Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Милли проект
8 Июнь , 09:04

Эшҡыуар төбәк лизинг компанияһы ярҙамында техника паркын яңыртты

Яңы техника төрлө бурыстарҙы үтәү мөмкинлеген бирә

“Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектын (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостандың төбәк лизинг компанияһы Бәләбәй районынан шәхси эшҡыуар Гөлнара Бәширова өсөн экскаватор-тейәүсе һатып алыуҙы финансланы. Был хаҡта республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр иттеләр.

Лизинг килешеүе буйынса 4,72 миллион һум 42 айға  бүленгән. Яңы техника төрлө бурыстарҙы үтәү мөмкинлеген бирә: траншеялар һәм соҡорҙар ҡаҙыу, тупраҡ һәм шыйыҡ материалдар тейәү, конструкцияларҙы һүтеү, шулай уҡ ландшафтты моделдәштереү. Яңы техника төҙөлөштә, коммуналь хужалыҡта, коммуникациялар һалыуҙа һәм башҡа өлкәләрҙә ҡулланыу өсөн яраҡлы. Машина юғары ҡеүәте һәм 3 тоннаға тиклем йөк күтәреүсәнлеге менән айырылып тора, был уны ер һәм тейәү эштәре өсөн алмаштырғыһыҙ итә. Үҙ экскаватор-тейәүсеһен һатып алыу эшҡыуарға подрядсыларға бәйлелекте кәметергә һәм сит башҡарыусыларҙы йәлеп итеү сығымдарын булдырмаҫҡа мөмкинлек бирә.

– Лизинг-ҡиммәтле техника һатып алырға мөмкинлек биргән бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүҙең һөҙөмтәле ҡоралы, – тип билдәләне Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас