“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) Өфө - Бөрө – Яңауыл трассаһында Мишкә районы биләмәһендә 4 километрҙан ашыу юл ремонтланған, тип хәбәр итә төбәктең Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.
Сосновка һәм Октябрь ауылдары араһындағы участкала эшселәр асфальтты яңыртты. Хәҙер уларға юл ситтәрен нығытырға, разметка эшләргә ҡалды.
-Өфө - Бөрө – Яңауыл трассаһы Башҡортостандың әһәмиәтле транспорт артерияларының береһе. Ул Рәсәйҙең мөһим юл селтәренә ҡарай. Был юлда трафик тәүлегенә 24 мең машина тәшкил итә, - тине республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
Өфө - Бөрө - Яңауыл юлында барлығы быйыл 28 километр юлды ремонтлау планлаштырыла. Бөрө, Борай, Ҡалтасы, Мишкә һәм Яңауыл райондарында 8 юл участкаһы тәртипкә килтереләсәк. Был эштәрҙе 2026 йылда тамамлау ниәтләнә.
“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты торлаҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү.
Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.