Ҡариҙел районында Яугилде − Суртан күле юлының участкаһында яңы асфальт-бетон япма һалыуға тотондолар. Ремонт “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә алып барыла, тип хәбәр иттеләр республиканың транспорт һәм юл хужалығы министрлығында.
Әртәкүл ауылы эргәһендәге 5,6 км оҙонлоҡтағы участкала подрядсы иҫке япманы, тигеҙләү ҡатламын алып, өҫкө япманы һала башланы. Бынан һуң юлсылар юл ситтәрен нығытасаҡ һәм билдәләр ҡуясаҡ.
– Яугилде – Суртан күле участкаһы юлдың терәк селтәренә инә. Ул республиканың Ҡариҙел һәм Асҡын райондарында йәшәүселәргә транспорт бәйләнешен тәьмин итә, унда 40 меңгә яҡын кеше йәшәй. Бынан тыш, был йүнәлеш Башҡортостан менән Пермь крайын бәйләй, – тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
Юлдың был участкаһындағы бөтә эштәрҙе 2026 йылдың аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла. 2026 йылда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда дөйөм оҙонлоғо 1,9 мең булған 200 саҡрым самаһы юлды һәм 15 күперҙе норматив хәлгә килтереү күҙаллана.