“Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы (национальный проект "Инфраструктура для жизни”) Шишмә -- Аксен – Ҡырғыҙ Миәкә М-5 “Урал” юлының Әлшәй районындағы участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды. Был турала республиканың Транспорт министрлығы хәбәр итә.
Раевка ауылынан йыраҡ түгел 1,8 километр оҙонлоғондағы юл яҡшы торошҡа килтерелде. Юлсылар асфальт япманы яңыртты, юл ситтәрен нығытты, тамғалар һалды.
- Был юл Әлшәй, Дәүләкән, Миәкә, Шишмә райондарын бәйләй. Уның буйынса урындағы халыҡ М-5 “Урал” федераль трассаһына сыға, Өфөгә бара ала. Бынан тыш, был йүнәлеш Сусаҡтау, Сатыртау, Ярыштау кеүек билдәле туризм һәм йәйге ял урындарына ла илтә, - тип һөйләне республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
“Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы 2026 йылда Шишмә - Аксен - Ҡырғыҙ-Миәкә йүнәлешендә яҡынса 16 километр оҙонлоғонда юлды яҡшыртыу ниәтләнә.